Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 11:42

Урман янғындарына ҡаршы әҙерлек башланды

Тышта ҡыш, ә “Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” янғын-химик станцияһында хәүефле янғын миҙгеленә әҙерлек башланды.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Тышта ҡыш, ә “Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге” янғын-химик станцияһында хәүефле янғын миҙгеленә әҙерлек башланды.
“Барлыҡ урман янғыны техникаһы дөрөҫ һаҡлауға мохтаж. Техниканы ҡышҡы миҙгелгә ҡуйыр алдынан уны беҙҙең белгестәр ныҡлап тикшерә, кәрәк булғанда, техник яҡтан хеҙмәтләндерәләр, – ти үҙәк директоры Айрат Йосопов. – Шуны ла билдәләр инем, беҙ станцияларҙа техниканы ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға әҙерләү буйынса ваҡытында саралар күрҙек”.
– Урман янғыны техникаһын ҡышҡы һаҡлауҙан алыу ваҡыты әле етмәгән, әммә республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт заданиеһын үтәүҙә ҡатнашҡан автомашиналарҙы һәм трактор техникаһын техник регламентҡа ярашлы ағымдағы ремонт һәм техник хеҙмәтләндереү алып барыла. Бынан тыш, урман янғыны ҡорамалдарын, бәйләнеш сараларын һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һаҡламын инвентарлаштырыу һәм тулыландырыу буйынса эштәр алып барыла, – тип белдерҙе Айрат Йосопов.
Урман янғыны техникаһына документтарындағы талаптарҙы күҙәткән һәм уның техник шарттарын тәьмин иткән осраҡта, техниканы файҙаланыу ваҡыты оҙайтылыуы ихтимал.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда республикала янғын хәүефе көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, янғындар һөҙөмтәһендә урман фондына килтергән зыян 7,3 миллион һум тәшкил иткән. “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткесе үтәлгән (уға ярашлы, йыл дауамында зыян күләме 18,3 миллион һумдан артмаҫҡа тигән талап ҡуйылған).
Федераль проект сиктәрендә алынған һәм хәүефле миҙгелгә тиклем ведомствоға ҡараған учреждениеларға тапшырылған яңы урман янғыны техникаһы арҡалы был күрһәткестәргә өлгәшкәндәр. Шулай уҡ Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы урман янғыны берләшмәләренең һәм учреждениеларының ваҡытында сара күреүе лә ҙур өлөш индерә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән "Экология" милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
bash.rbsmi.ru
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.
Читайте нас: