Бынан тыш, дөрөҫ күрһәтмәгән ҡоролмалар ҙа байтаҡ. Депутаттар һәр идарасы компанияла йылылыҡ инспекторҙары булдырып етди контроль алып барыу яҡлы. Иҫәп-хисап ҡорамалдарын ваҡытында тикшермәгән өсөн яуаплылыҡты ла ҡәтғиләштереү тәҡдиме индерелде. Шулай уҡ ҡануниәт өлкәһендә лә тарифтарҙы көйләү булырға тейеш, тип иҫәпләй халыҡ һайланыусылары.