Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 13:22

“Мин нисек виртуаль мөхәббәт ҡорбаны булдым?”

-

Тыйнаҡ, аҡыллы, тормошта үҙ урынын тапҡан, яҡшы эше лә, уңайлы фатиры ла, йөрөр машинаһы ла булған 38 йәшлек Гүзәл һөйләгән тарих бәлки кемдәрҙер өсөн фәһемле булыр...
“Бер бөртөк ҡыҙымды үҫтереп, сит ҡалаға уҡырға оҙатҡас, кистәрен башлыса социаль селтәрҙәрҙәге ҡыҙыҡлы төркөмдәрҙе байҡап, төрлө тарихтарҙы уҡып үткәрер булып киттем. Бер мәл танышыуҙар сайтында Сочиҙа йәшәгән Саяр исемле ир-егет менән таныштым. Төҙөлөштә эшләп йөрөгән яңғыҙаҡ ирмен, тип яҙҙы ул үҙе хаҡында. Уның үҙебеҙҙең мосолман кешеһе булыуы ла ышаныс уятты.
Ихлас аралашыу башланды. Көн һайын алыҫ диңгеҙ ярынан ебәрелгән “Хәйерле иртә!”, “Тыныс йоҡо!” кеүек теләктәр, матур-матур открыткалар йөрәгемә май булып яғылды. Тиҙҙән был теләктәргә “ҡәҙерлем”, “матурым” тигән наҙлы һүҙҙәр ҙә өҫтәлә башланы, кистәрен телефон аша аралашыуҙар сәғәтләп дауам итте. Бығаса бер тапҡыр ҙа күрмәгән, тик фотолар аша ғына таныш булған иргә башкөллө ғашиҡ булыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Саяр тормошомдо яңы төҫтәр менән балҡытып ебәрҙе, йәйгелеккә үҙе янына ял итергә саҡырҙы.
Көндәрҙән бер көндө һөйгәнемдән бик күңелһеҙ йөкмәткеле хат алдым: Ҡырымда йәшәгән, уны тәрбиәләп үҫтергән яратҡан ҡартатаһы үлеп ҡалған, ә Саярҙың финанс йәһәттән проблема, эш хаҡы алырға тағы ун көн ваҡыт бар. Ҡайҙан аҡса табып, нисек ҡайтып етергә белмәй аптырана икән. Бер насарлыҡ та уйламайынса, һөйгәнемә ярҙам тәҡдим иттем һәм уның иҫәбенә арыу ғына сумманы күсереп тә ҡуйҙым. Яуап итеп, мең-мең рәхмәткә ҡушып, наҙлы һүҙҙәр яҙылған хат оҙатты.
Бер нисә көндән ул ҡартатаһын һуңғы юлға оҙатыуын, әммә тағы аҡсаға мохтажлығын, йәһәтерәк эш урынына барып етергә кәрәклеген белдерҙе. “Һинән аҡса һорау миңә бик уңайһыҙ, хатта оят та. Әммә башҡа яҡын кешем юҡ. Эш хаҡын алыу менән ике бурысты бергә күсерермен, ҡәҙерлем”, – тип яҙҙы ул. Саярҙың иҫәбенә тағы аҡса күсерҙем, әммә күңелдә бер аҙ шик барлыҡҡа килде. “Мин һиңә ышанам, әлбиттә, шулай ҙа күңелем тыныс булһын өсөн паспортыңды фотоға төшөрөп һал әле”, – тип яҙҙым.
Саяр яуап бирмәне, телефоны бөтөнләй һүнде, социаль селтәрҙәге аккаунты ла юҡҡа сыҡты… Шул саҡта ғына мине төп башына ултыртҡандарын аңланым.
Аҡсанан бигерәк ҡыҫыр өмөткә алданып йәшәүем, ышанысымдың селпәрәмә килеүен таныу ауыр булды. Ә бит мине яҡындарым да, коллегаларым да һәр йәһәттән уйлап эш иткән кеше булараҡ белә. Бер ҡасан да шундай хәл минең менән булыр, тип уйламай инем.
Бик ауыр кисерҙем. Күңелемә тәрән яра булып ятҡан ваҡиғанан яман сир үткәргән кешеләй саҡ сыҡтым.
Һаҡ булығыҙ, ҡыҙҙар, интернеттағы танышлыҡтарға, таҫма телле виртуаль мөхәббәттәргә ышанып, минең хәлдә ҡала күрмәгеҙ!”
Фото: i.mycdn.me
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: