Рөстәм Шәрипов етәкселегендә онлайн-режимда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” эш төркөмө тарафынан Көнһылыу Вәлиеваның пекарняны модернизациялау проекты ҡаралды.
Проекттың маҡсаты: пекарня урынлашҡан ер участкаһын рәсмиләштереү, келәт булдырыу өсөн төкәтмә төҙөү, йыуыныу бүлмәһе булдырыу, эшселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы магазин төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү.
Инвестиция икмәк продукцияларының күләмен һәм ассортиментын арттырыу, шулай уҡ район халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу, урындағы бюджетҡа һалым түләмдәрен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Проект буйынса фекер алышыуҙарҙа шулай уҡ инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары, муниципаль район хакимиәте белгестәре ҡатнашты.
Рөстәм Динислам улы кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү буйынса күрһәтмә бирҙе.