Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 12:11

Башҡортостанда уҡытыусының ире тыңлауһыҙ уҡыусыны туҡмаған

Был хәл Баҡалы районында булған. //

Уҡытыусы иренә етенсе класс уҡыусыһының дәрес үткәрергә ҡамасаулауына зарланған. Ир балаға үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен йоҙроҡ ярҙамында аңлатырға хәл иткән.

- Баланың баш мейеһе һелкенгән, танауы һынған. Бала һаман дауалана. Ире уны туҡмағанда, уҡытыусы был хәлде күҙәтеп торған, - тине зыян күреүсенең апаһы.

- Тағы ла шулай тәртипһеҙ ҡыланһа, уны бөтөнләй туҡмап ташлармын. Бер айға миңә тәрбиәгә бир, аҡылға ултыртырмын мин уны, - тигән ир Русландың әсәһенә, ошо хәлдән һуң уларҙың өйөнә килеп.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир балаға һуҡҡанын таныған.

Сығанаҡ: BASH .NEWS
Читайте нас: