Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 11:58

7 метрлыҡ ҡар бабай

YouTube каналында бер блогер "Ҡар бабай өсөн 100 мең һум" тигән конкурс иғлан иткән...

YouTube каналында бер блогер "Ҡар бабай өсөн 100 мең һум" тигән конкурс иғлан иткән.
Бәйге бер нисә йыл рәттән үткәрелә икән. Конкурсҡа ниндәй генә ҡар бабай эшләмәйҙәр:1 миллиметр ҙурлыҡтан башлана. Ә бына Павлодар өлкәһе Луганск ауылынан Сергей һәм Максим Хәйруллиндар 7 метрҙан бейегерәк бик ҙур ҡар бабай яһаған. Уны ай ярым буйы эшләгәндәр. Ауырлығы - 10 тоннанан ашыу, тиҙәр. Хәйруллиндар былтыр 4 метрлыҡ ҡар бабай яһаған булған. Быйыл иһә төп бүләккә дәғүә итәләр.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: