САХАРАЛА ЛА ҠАР ЯУҒАН
Беҙҙә ҡар яуыуына берәү ҙә аптырмаһа, бына Сахарала был аҡлыҡҡа хайран ҡалғандар.
Алжирҙа Сахараның ситендә урынлашҡан Айн-Сефра ҡалаһын ҡар ҡаплаған. Унда һауа температураһы 10 ғинуарҙа түбәнәйә башлаған һәм 13 ғинуарға нулдән түбән төшөп киткән.
Айн-Сефра ҡалаһын Сахараға ҡапҡа тип тә атайҙар. Атлас тауҙары ҡала эргәһендә генә. Шуға ул ерҙәрҙә һауа температураһы түбән дә булып ала икән.