Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 12:38

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө буран тураһында иҫкәртә

-

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.
Граждандарҙың кеҫә телефонына 19 ғинуарҙа республикала урыны менән буран сығыуы һәм елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе тураһында СМС-хәбәрҙәр килде.
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шәхси автотранспортта йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, рулдә уяу булырға, алыҫ юлға сыҡҡанда йылы кейемдәр һәм яғыулыҡ запасы алырға кәңәш бирә. Тиҙлек режимын, автомобилдәр араһында дистанцияны һаҡлау һәм уҙып китеү ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. https://www.bashinform.ru/news/1547730-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-zhiteley-respubliki-o-silnoy-meteli/
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас: