Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 18:45

Республикала ике сит ил машинаһы бәрелешкән: ҡорбандар бар

-

19 ғинуарҙа Саҡмағош районында Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө автомобиль юлының 62-се саҡрымында үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, трассала «Дэу Нексия» һәм «Фольксваген Джетта» автомобилдәре бәрелешкән.
Фажиғәлә «Нексия»ның 51 йәшлек водителе һәләк булған, биш кеше йәрәхәтләнгән. Улар дауаханаға оҙатылған. Зыян күргәндәрҙең шәхестәре асыҡлана.
Башҡортостандың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Джетта» водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Дэу» менән бәрелешкән. «Фольксваген» водителе айныҡ булған. 66 һәм 24 йәшлек пассажирҙар, «Нексия»нан тағы ике пассажир дауаханаға оҙатылған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: