Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 16:47

Район башлығы менән осрашыу

Федоровка ауыл биләмәһендә отчет йыйылыш ойошторолдо

Федоровка ауыл биләмәһендә отчет йыйылыш ойошторолдо
Район хакимиәте башлығы Рөстәм .Шәрипов муниципаль район хакимиәте структуралары һәм хеҙмәттәре етәкселәре менән берлектә Федоровка мәҙәниәт йортонда ошо биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы менән осрашты һәм күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште.
Ҙур залды тултырып ултырған халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Ике сәғәттән ашыу дауам иткән йыйылышта бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды.
Йыйылышты Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Н.С.Лебедева асты һәм 2020 йыл йомғаҡтары тураһында отчет доклады менән сығыш яһаны. Ауыл хакимиәтенең бюджеты отчет йылында 102,2 процентҡа үтәлгән. Бюджеттан тыш өҫтәмә аҡса бүленгән. Федоровка ауылының Ҡаҙан урамында 1200 метр юл 430000 һумға түшәлгән. Спортзалды “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проекты буйынса республиканан 1 миллион, районда бюджетынан 700000 һумға ремонт эшләнелгән. “Аныҡ эштәр” проекты-республиканан 106 000 һум, район бюджетынан 100000, урындағы бюджеттан 40 000 бүленгән. Шулай уҡ Әбүбәкер ауылының Ташлы урамына 86 000 һумға ҡырсынташ түшәлгән.
Наталья Семеновна ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса, ғөмүмән, һәр йүнәлештә лә эштәрҙең һиҙелерлек әүҙемләшеүен сағылдырҙы. Төрлө программаларҙы, проекттарҙы уңышлы файҙаланалар. Мәҫәлән, үткән йылда Федоровка ауыл хакимиәте ауыл хужалығын үҫтереүҙә 7 Грант яулаған. Был ҙур ҡаҙаныш.
-Ауыл биләмәһендә бөтәһе 1088 кеше йәшәй. Былтыр 9 бала тыуған, 20 кеше үлгән. 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклем йәштәр һаны Федоровкала-134, Әбүбәкерҙә-184. Федоровка мәктәбендә-25, Әбүбәкерҙә 28 бала уҡый. Аҡъяр мәктәбенә 32 уҡыусы йөрөп уҡый. Федоровкала балалар баҡсаһында 21 бала булһа, Әбүбәкерҙә--13. Ауыл биләмәһендә 5 крәҫтиән-фермер хужалығы бар,-тине ул.
Шулай уҡ өҫтәмә эш урындары булдырыу буйынса мәсьәлә күтәрелде. Ҡайһы осраҡта, эш бар, әммә эшләргә теләүсе юҡ. Мәҫәлән, Федоровка ауыл биләмәһенә почтальон, водитель кәрәк.
Район хакимиәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге, алып барылған эштәр һәм киләсәккә маҡсаттар, 2021 йылдағы мөһим ваҡиғалар тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһаны.
Йыйылыштарҙың аҙағы йәнле фекер алышыуҙарға ҡоролдо, халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе, проблемаларҙы еткерҙе.
Әбүбәкерҙә интернет селтәренең насар булыуы, юл билдәләре булмауы, күп функциялы клуб өсөн музыка аппаратураһы, иҫке күперҙе ремонтлау, мәктәп өсөн ноутбуктар, шулай уҡ мәктәп һәм балалар баҡсаһы өсөн сүп-сар түгеү урынын булдырыу, Федоровкала ФАП-тың һыуыҡ булыуы, яңынан фельдшер пунктын төҙөү йәки бинаны ремонтлау, балалар баҡсаһында пластик тәҙрәләрҙе, клубтың ҡыйығын алыштырыу һәм бинаға инә торған урынды ремонтлау, элекке контора бинаһы буйынса ҡарар ҡабул итеү, район үҙәге мәктәбендә уҡыған балалар өсөн өҫтәмә белем биреү түңәрәктәре булмауы мәсьәләләре күтәрелде.
Атингәндә уҡыуға квота, эпидемияға ҡаршы контролде ҡәтғиләштереү һәм спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйыу, шулай уҡ мәсетте төҙөүҙә ярҙам итеүҙе, зыяратты кәртәләү һорауҙары яңғыраны. Һаулыҡ һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге һәм сүп-сар түгеү мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы.
Йәнтеш халҡын оло кешеләргә ҡарата иғтибар һәм мөнәсәбәт, пассажирҙар алып йөрөү уңайлыҡтары күрһәтеү, ауылды һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе борсоно.
Шулай уҡ осрашыуҙа коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның ҡасан һалыныуы менән ҡыҙыҡһындылар. Осрашыу барышында район хакимиәте башлығына, Федоровка ауыл биләмәһе депутаты, Хәйбулла юл төҙөү - ремонтлау идаралығы етәксеһе А.С.Суфияновҡа, райондың баш табибы И.Т. Рыҫҡужинға бик күп һорауҙар бирелде.
Һорауҙарҙың күбеһенә Рөстәм Шәрипов урында яуап бирҙе, ҡайһы бер проблемалар контролгә алынды.
Читайте нас: