Тышта ҡышҡы селлә. Әммә Первомайское ауылы йәштәре ең һыҙғанып эшкә тотонған. Иман йорто ауылға ингән ерҙән әллә ҡайҙан халыҡты үҙенә саҡырып торасаҡ. Егеттәр мәсеттең ҡыйығын яба, бинаға нигеҙ иртә яҙҙан ер ҡарҙан әрселгәс тә һалынған. Йәйгеһен һәр кем хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнгән, әммә мал -тыуар ҡураға индерелгәс, мәсет төҙөлөшө йәнә күҙгә күренеп йәнләнгән.