Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 16:11

Башҡортостанда һөткә хаҡ буйынса иң ҡиммәтле ҡала аталды

-

2020 йылда Өфө һөткә хаҡ буйынса Башҡортостандың иң ҡиммәтле ҡалаһы булды, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Әйтәйек, декабрҙә баш ҡалала 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған бер литр һөттөң уртаса хаҡы 54,79 һумға етте. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ошондай һөттөң бер литры 52,55 һум тора ине.
Ә иң осһоҙ һөт Сибайҙа теркәлде – 47,49 һум.
Ошо уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡта пастеризацияланған бер литр һөттөң уртаса хаҡы – 48,54 һум, Нефтекамала 51,30 һум тәшкил итте.
Сағыштырыу өсөн: 2020 йылдың ғинуарында Башҡортостанда пастеризацияланмаған тәбиғи һөттөң бер литры уртаса 50,06 һум ине, тип белдерҙеләр Башстатта.
Фото: Андрей Старостин
Читайте нас: