Яңылыҡтар
19 Января 2021, 07:46

БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРЕДПРИЯТИЕЛАРЫНДА ҺАҠСЫЛ ЕТЕШТЕРЕҮҘЕ ИНДЕРЕҮ ЙОМҒАҠТАРЫ БУЙЫНСА ИҠТИСАДИ ҺӨҘӨМТӘ 2 МЛН ҺУМҒА ЯҠЫН БУЛДЫ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;

Башҡортостан Республикаһы Өфө районы «Алексеевский» совхозының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса иҡтисади һөҙөмтә 2 млн һумға яҡын булды. Ярты йыл буйына предпримятие хеҙмәткәрҙәре БР хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре ярҙамында һаҡсыл етештереү инструменттарын өйрәнде. Был турала БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.
«Милли проект сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә пилот участкаһында процестың һөҙөмтәлелеге 10,4 процентҡа артты. Хеҙмәт етештереүсәнлеге 10 процентҡа артты, өлгө итеп алынған ағымда тамамланмаған етештереү күләме 10,2 процентҡа кәмене», - тип хәбәр итте ул.
Әле Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында 106 предприятие ҡатнаша.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://economy.bashkortostan.ru/
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас