Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:06

Табиптарыбыҙ Владимир өлкәһенән ҡайтты

23 декабрҙән алып 11 ғинуарға тиклем Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәренән торған бригада Владимир өлкәһендә булды. Яңы йыл ялдары осоронда улар коллегаларына коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙам итте //

23 декабрҙән алып 11 ғинуарға тиклем Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәренән торған бригада Владимир өлкәһендә булды. Яңы йыл ялдары осоронда улар коллегаларына коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙам итте.
Табип-терапевт Руслан Ғүмәров етәкселегендәге бригада составында 16 табип һәм ун шәфҡәт туташы-анестезист эшләгән. Өлкә властары беҙҙең белгестәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһаланы, рәхмәт белдерҙе.
“Ярҙам десантында ҡатнашҡан хөрмәтле белгестәр! Һеҙ ошо байрам көндәрендә үҙ ғаиләләрегеҙҙән айырылып меңәр километр алыҫлыҡҡа килдегеҙ, беҙҙең табиптарға кешеләрҙе ҡурҡыныс сирҙән ҡотҡарырға ярҙам иттегеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем”, – тине Владимир өлкәһе губернаторы Владимир Сипягин.
Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡа милли диаспоралар ярҙамы менән берлектә яҡташтары өсөн рәхмәт кисәһе ойошторған. Улар өсөн тантаналы табын һәм “Владимирские рожечники” фольклор ансамбле сығышын әҙерләгәндәр. Өлкә хакимиәте вәкилдәре бригадалағы һәр кешегә бүләктәр тапшырған.
"Коронавирус – милләткә ҡарамай, һәр кемгә ҡағылған афәт. Икенсе яҡтан, ул бик күп милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Бергәләп ҡаршы торғанда ғына был сирҙе еңә аласаҡбыҙ", – тине Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина.
Башҡортостандың медицина белгестәре сит өлкәләргә сығып йыш ярҙам итте. Улар Амур өлкәһе, Камчатка, Ҡарасәй-Черкес, Абхазия, Ҡырғыҙстан тарафтарында булды.
Фото Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: