Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 13:38

Республиканың көньяҡ райондары өсөн быйыл ҡар таҙартыуға бәйле проблема юҡ

Хәйбулла районы юлсылары әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә туҡтауһыҙ яуған ҡарлы буран юлдарға көрт һалған. Ауыл урамдарында ла хәрәкәт ҡатмарлашҡан. Шуға күрә әле юлсыларға тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләргә тура килә. Быйыл яңы автогрейдерға ултырған Ғәлимйән Ултраҡов фекеренсә, заманса техникала эшләү бик уңайлы //

Яңы йыл алдынан ғына был зонаның юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтары паркы 19 берәмек яңы техника менән тулыланған.
Хәйбулла районы юлсылары әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә туҡтауһыҙ яуған ҡарлы буран юлдарға көрт һалған. Ауыл урамдарында ла хәрәкәт ҡатмарлашҡан. Шуға күрә әле юлсыларға тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләргә тура килә. Быйыл яңы автогрейдерға ултырған Ғәлимйән Ултраҡов фекеренсә, заманса техникала эшләү бик уңайлы.
Яңы автогрейдерҙар, үҙ бушатҡыс ашиналар Хәйбулла ла ғына түгел, көньяҡ зонаның барлыҡ райондарында ла эшләй. Хәбәр итеүебеҙсә, юл төҙөү, ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән техниканы Баймаҡҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров тапшырғайны.
Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас: