Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 12:59

Рәсәй Вьетнам, Һиндостан, Финляндия һәм Катар менән авиабәйләнеште тергеҙә

-

Рәсәй 2021 йылдың 27 ғинуарынан Вьетнам, Һиндостан, Финляндия һәм Катар менән авиабәйләнеште тергеҙә. ТАСС агентлығының яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштабҡа һылтанма менән хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙән аҙнаһына бер нисә тапҡыр осоштар башҡарыла.
2021 йылдың 27 ғинуарынан Вьетнамға (Мәскәү — Ханой), Һиндостанға (Мәскәү — Дели), Финляндияға (Мәскәү — Хельсинки һәм Санкт-Петербург — Хельсинки) — аҙнаһына ике тапҡыр, Катарға (Мәскәү — Доха) аҙнаһына өс тапҡыр осорға мөмкин.
Бынан тыш, оперштаб Мәскәү — Ҡаһирә маршруты буйынса Мысырға даими рейстар һанын аҙнаһына биш тапҡырға тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Читайте нас: