Республика етәксеһе цензура менән шөғөлләнергә йыйынмауын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды, әммә был һүрәттәр уға ҡәтғи рәүештә оҡшамай. Радий Хәбиров, үҙенең өләсәһенең дә селтәре булыуын, ҡатын-ҡыҙ өсөн ул милли кейемдең иң мөһим элементы, тип атаны. Шуға ла хайуандарса һүрәттәр төшөрөү бер нисек тә күңелгә ятмай һәм бындай әйберҙәр менән һаҡ булайыҡ, тине Башҡортостан башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Алён Савельеваның һүрәттәре интернет ҡулланыусыларҙа ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Рәнйегән кешеләр яуап итеп социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең милли кейемдәрҙә төшкән фотолары менән флешмоб ойошторҙо.