"Проекттарҙа йәшелләндереүгә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын тулыландырыуға ҙур иғтибар бирелде. Спорт йыһаздары һатып алынасаҡ, әүҙем команда уйындары өсөн майҙансыҡтар булдырылыуға айырым сикләнгән урындар ҡаралған. Проекттарҙа ихата юлдарын асфальт түшәү һәм ремонтлау, бордюрҙарҙы яңыртыу, өҫтәмә парковка урындарын булдырыу, яҡтыртыуҙы яңыртыу ҡаралған", - тип белдерәләр ҡала хакимиәтендә.