Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:03

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры республикала COVID-19 бәйле хәлдең тотороҡланыуы хаҡында белдерҙе

-

Башҡортостанда, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 18 ғинуарға мәғлүмәттәре буйынса, яңы коронавирус инфекцияһының 22 068 осрағы раҫланған. Уҙған тәүлектә 166 кеше сир йоҡторған.
Үҫеш динамикаһы ошо һандар сиктәрендә. Таралыу коэффициенты 1-ҙән артмай, был хәлдең тотороҡланыуы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә», — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Әлеге ваҡытта 805 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 63-ө – интенсив терапия һәм реанимация бүлексәләрендә, 18-е – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.
Республикала ПЦР алымы менән COVID-19-ға тикшереү үткәргән 25 лаборатория эшләй.
Читайте нас: