Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 14:06

ҠАНҺЫҘЛЫҠ ҠАЙҘАН КИЛӘ?

.

Разинә Зайнетдинова

Куба Республикаһында йәшәүсе ун алты йәшлек ҡыҙ ата-әсәһен яндырып үлтерергә теләгән.
Үҫмер ҡыҙ менән яҡындары араһында ыҙғыш сыға. Һеркәһе һыу күтәрмәгән ҡыҙ әхирәтенә сығып китә. Тик унда барғас та тыныслана алмай. Яҡындарынан бөтөнләй ҡотолмаҡсы булып, уларҙың йоҡлағанын көтә лә гараждарынан бензин алып сепрәккә ҡоя, ут тоҡандырғандан һуң тәҙрә аша йорттоң эсенә ташлай.
Ҡыҙыл әтәс үҙенең ҡырын эшен башлағанда күршеләре күреп ҡала. Улар йорт хужаларын йоҡоһонан уятып, фажиғәнән ҡотҡарып алып ҡалалар. Әсә кеше ҡыҙы ут эсендә ҡалған икән тип уйлап, эҙләй башлай. Һуңғараҡ уның әхирәтендә ҡуна ҡалғаны билдәле була. Иртәгәһенә ул үҙенең ҡырын эше тураһында тулыһынса һөйләп бирә, ата-әсәһенең үлемен теләүен әйтә. Был яңылыҡтан һуң әсәй кеше телһеҙ ҡала. Уны хәҙер биш йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин.
Читайте нас: