Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 03:06

Милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ класы

2-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары ҡоймаҡ ҡойоу, сәк-сәк, һалма әҙерләү серҙәренә өйрәнде //

Милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ класы
2-се Аҡъяр мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары ҡоймаҡ ҡойоу, сәк-сәк, һалма әҙерләү серҙәренә өйрәнде
Мәктәп ашханаһында мәктәп ашнаҡсыһы Г.Нураева тарафынан 7-се класс уҡыусыларына ҡоймаҡ ҡойоу, сәк-сәк һәм һалма бешереү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтелде. “Минең милли аш-һыу” сараһы уҡыусыларҙа милли аш-һыу үҙенсәлектәрен популярлаштырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәре престижын күтәреү, кулинар оҫталыҡты үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
Флешмобта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай милли аш-һыуҙы улар беренсе тапҡыр әҙерләй. Хәҙер улар оҫталыҡ класында алған тәжрибәләрен өйҙә ҡулланып, яҡындарын ҡыуандыра ала.
Читайте нас: