Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 01:18

Ғәлиәхмәт мәктәбендә ғаилә спорт уйындары ойошторолдо

"Күңелле старттар" форматында үткән ярыштар бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы //

Башҡортостан республикаһында иғлан ителгән Сәләмәт тормош йылын асыу уңайынан Ғәлиәхмәт мәктәбендә ғаилә спорт уйындары ойошторолдо.
"Күңелле старттар" форматында үткән ярыштар бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.

Уйындарҙан һуң, алдан әйтелгәнсә, "Һаҡмар" республика балалар һәм ата-әсәләр шифаханаһына ике кешелек (әсә һәм бала) өс юлламалар уйнатылды.

Лотерея итеп уйнатылған юлламалар Яратҡолова Фатима, Дәүләтбирҙина Сәлиә һәм Бикбова Гөлнәзирәнең бәхеттәренә эләкте. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: