Бөгөн Октябрьский ҡалаһында спорт ориентирлашыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары һәм Рәсәй кубогы башланды. Рәсәй кубогында 2003 йылғы һәм унан да өлкәнерәк ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Бында 2021 йылдың февралендә Эстонияла үтергә тейешле донъя чемпионатына спортсыларҙы һайлап алыу этабы ойошторола. Ярыштарҙа шулай уҡ Октябрьскийҙан 70 спортсы ҡатнаша.
«Саңғыла спорт ориентирлашыу буйынса спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм судьяларҙы ихлас сәләмләйем. Бөгөн ҡунаҡсыл Башҡортостанда, уның күркәм ҡалаларының береһе Октябрьскийҙа Рәсәйҙең 23 төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Республикала ошо спорт төрөнөң үҫешә башлауы данлыҡлы тренер Анатолий Викторович Богдановтың исеме менән бәйле. Беҙҙең команда һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Бөгөн һауа торошо ла һәйбәт. Бөтәһенә лә уңыштар, һәм, әлбиттә, еңеүҙәр теләйем», — тине Радий Хәбиров, ярышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Әйткәндәй, бөгөн республика етәксеһе эш сәфәре менән Октябрьскийға килде.
Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Николай Кудряшов республика һәм ҡала властарына ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Шундай ауыр ваҡытта үҙегеҙҙә беҙҙең ярыштарҙы үткәрергә мөмкинлек тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Спортсыларға Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына эләгеүҙәрен теләйем», — тип билдәләне Николай Кудряшов.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең тотороҡланыуы асыҡ һауала ошондай ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирҙе. Ҡалала әлеге спорт төрөн үҫтереү һәм ҙур ярыштар ойоштороу өсөн бөтә шарттар бар. Күп спортсыларҙың, шул иҫәптән балаларҙың килеүе, республика етәксеһе һүҙҙәренсә, республикаға, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын тәьмин итеү өсөн күрелгән сараларға ышаныс күрһәтеүҙәре хаҡында һөйләй.