Батыр үлеме бисәнән тигәндәре шул булалыр инде. Ғәлләметдин батырҙар рәтендә иҫәпләнмәһә лә, бисә ҡорбаны булып, бына ай инде урынынан да ҡыбырлай алмай, ауыҙына һыу ҡаптырғандарын көтөп ята. Барыһы ла шул енле Йәминәһе – хәләл ефете арҡаһында. Етмеш йәштә егеттәр кеүек елкенер саҡта, яһил бисәнән туҡмаҡ ашап, төкөрөк тә йота алмай, тере мәйет булып ят инде бына хәҙер. Бигерәк тә күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек дөм ҡараңғы төндәр ныҡ ҡаҡшата Ғәлләметдинде. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй шундай саҡтарҙа. Уның тирәһендә әллә ниндәй шәүләләр йөрөй: һикерә, бейей, уйнаҡлай... шунан эләктереп алалар ҙа Ғәлләметдинде күккә сөйәләр. Уҡтай сойорғотоп, ете ҡат күктәргә күтәргәстен... аҫҡа бәрәләр. Оса йөрәккәйе ярылырҙай булып Ғәлләметдин төпһөҙлөккә...
Ҡарағыуаҡ артынан ҡалҡҡан ҡояш ҡына ҡотҡара уны был афәттәрҙән. Ҡояштың осло нурҙары тәҙрә быялаһын тишеп инеп, таң асырта башлағас ҡына зәхмәттәр юғала, ул фани донъяға кире ҡайта. Бына шулай ике донъя араһында йүгерекләп тамам хыялыйланды уҙаман. Тиҙерәк әруахтар янына ашҡынды. Ә Хоҙай бындай фарман иғлан ҡылырға һаман ашыҡмай ҙа ашыҡмай, әҙәм бәндәһенең күрәсәге күрелеп бөтмәгән, тимәк...
Ғөмүмән, Ғәлләметдин өсөн, әле генә түгел, әллә ҡасан киткәйне инде был донъяның йәме. Көн дә ғауға, ыҙғыш-талаш. Әле быныһы былай түгел, әле тегеһе теүәлләнмәгән. Ҡаштары емерелгән, йөҙөндә һис бер нур әҫәре булмаған Йәминәһе әле бер нәмә дыуланы, әле икенсе нәмә таптырҙы. Ашарына тиклем һәр тинен һығып ҡына тотоноп аҡса йыйҙы, донъя ҡыуҙы. Нишләне был донъя, ҡайҙа баҡма – ғәмһеҙ күренештәр, әйтерһең, ул бөтә ғаләмде ялмаған. Белмәҫһең, әллә Ғәлләметдингә генә шулай тойола, әллә ысынбарлыҡта шулай?.. Ә бар ине бит уның йәшәп туя алмаған саҡтары.
Улар йәш саҡта уйынға һыу буйындағы тирәктәр янына йыйыла торғайнылар. Шунда усаҡтар яғып, рәхәтләнеп бейейҙәр, уйнайҙар ине. Уйындың башында, әйҙә, быны уйнайыҡ, әйҙә, бейеп алайыҡ, тип һәр саҡ райкомда эшләгән Әмир ҡыҙы Лена йөрөнө. Һылыу, һөйкөмлө был ҡыҙҙың йөрәген яуларға теләүсе егеттәр бихисап булғандыр ауылда. Ә ул көндәрҙән бер көндө уйын ваҡытында тотто ла Ғәлләметдинде бейергә төшөргә саҡырҙы. Бейеү рәтен бик белмәһә лә, ете ҡат күктәрҙә елкенеп, шатланып бейергә төштө егет. Әллә ни артыҡ тыпырҙатырға булдыра алманы, һикерәндәне шунда, әммә ҡыҙ алдында һынатманы үҙен. Ә Ленаның иһә табандарынан ут сәселә, аяҡтары ергә теймәй, ә ҡулдары күбәләк ҡанаттары кеүек бәүелә. Буй-һындарын әйт әле һин уның! Бейеүенең һәр хәрәкәтенә тап килеп кенә тора. Ә йылмайыуы, селтерәп көлөүе... күңелдең иң түрендә буран уйната...
Бейеү тамамланғас, гармунсы вальс уйнап маташты. Һәр хәлдә кемгәлер талғын ғына өйөрөлә алырлыҡ, кемгәлер бер-береһенә йәбешеп йөрөрлөк көй самаланы. Лена менән бейеүҙән тулҡынланған Ғәлләметдин, бөтә батырлығын йыйып, Лена яғына ыңғайланы. Тегеһе тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла, ҡаршылашып тормай, танцыға төштө. Был иһә Ғәлләметдингә дәрт өҫтәне. Ул Ленаны, биленән нығыраҡ ҡыҫып, үҙенә тартты. Тегеһе ҡаршылашманы. Күҙ ҡараштары шундуҡ бер-береһенең үҙәктәрен өтөп, күңелдәре түренә үтте лә, баштарында аңға ла һыйыша алмаған ниндәйҙер хистәр шауҡымы зыңланы. Шул көндө тәүләп Ғәлләметдин ҡыҙҙы оҙата барҙы. Шунан аҙаҡ башланды икәүҙән-икәү генә осрашыуҙар, серләшеүҙәр, ләззәт шауҡымына сумыуҙар...
Ләкин бындай татлы хистәр менән улар оҙаҡ нағышлана алманы. Ленаның атаһын, Әмир ағайҙы, халыҡ дошманы тип ҡулға алдылар, күп тә үтмәй, киптерергә тип биргән ашлыҡты ашағанһың тип, инәләрен – Сафура апайҙы төрмәгә ултыртып, балаларын – ике ҡыҙҙы – ике балалар йортона алып барып тыҡтылар.
Әммә Лена менән Ғәлләметдин дуҫлығына был сәйәси хәлдәр һис кенә лә ҡамасауламаны. Егет ҡыҙҙан “халыҡ дошманы” менән “бур” балаһы тип баш тартманы. Ә Лена иһә балалар йортонда тәрбиәләнгәндә Ғәлләметдинен күҙ алдынан уҙғарманы.
Сафура ҡарсыҡ төрмәлә ултырып ҡайтҡас та балаларын йыйып алды. Был хәлдән һуң ғаилә ағзаларының ғына түгел, Ғәлләметдиндең дә шатлығы эсенә һыйманы. Уның Ленаһы ла балалар йортонан ҡайтты бит. Шунан башлап был ике йәш йөрәктең аралары тағы ла нығыраҡ эҫенде. Хәйер, улай ғына ла түгелдер, “мөхәббәт” тигән ярһыу ялҡынға ялманды.
Сәйәси низағтар йәштәр тормошона нисек кенә аяҡ салырға тырышмаһын, уларҙың дәртен, бөйөк инаныстарын быуа алманы. Егет менән ҡыҙ икеһе лә төшөнкөлөккә бирелеүҙең ни икәнен дә белмәне – уҡыуға ла, эшкә лә талымһыҙ булдылар. Ете йыллыҡты уңышлы тамамлап, колхозда бер аҙ эшләгәс, Ғәлләметдинде – бухгалтерҙар, Ленаны һатыусылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Уҡыуҙарын тамамлағас та гөрләтеп туй яһап, сәстәрен сәскә бәйләне улар.
Ғәлләмиҙе колхозда башта – иҫәпсе, һуңынан баш бухгалтер итеп ҡуйҙылар. Ә главбухтың төп бурысы колхоз аҡсаһын ҡыҫып тотоу, әләф-тәләф итмәү. Ғәлләметдин был эште ярайһы уҡ уңышлы башҡарҙы. Шуға күрә рәйес уға эш хаҡына һәр саҡ тиерлек мул ғына премияһын да сумырҙы.
Лена ла тырыш булды. Ғәлләми кеүек йылы кабинетта ғына ултырманы. Ел-буран, ҡар-ямғыр тип тормай, асыҡ белорус арбаһынамы, ат санаһынамы тейәп, аҙна һайын тауар ташыны. Пландарын һәр саҡ арттырып үтәп, ул да, эш хаҡынан тыш, мул ғына премиялар алды. Алдынғы сельпо хеҙмәткәре булып китте.
Эшләгән – тапҡан инде ул. Йәштәр тиҙ арала ярайһы уҡ хәлләнеп китте. Өр-яңынан өй һалып сыҡты. Эсен ауыл кешеләрендә һирәк осрай торған йыһаздар, көнкүреш әйберҙәре менән тултырҙылар. Балалары ла башҡаларҙыҡынан айырылды. Ыҫпай, ҡиммәтле туҡымаларҙан тегелгән кейем кейгән малайҙарҙы ҡаланыҡыларҙан айырыу ҡыйын ине.
Ҡыҫҡаһы, теләгәнен кейҙеләр, теләгәнен ашанылар, ожмахта булмаһа ла, ярайһы уҡ рәхәт йәшәнеләр. Тик бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәмр башынан йүгерекләй шул. Көндәрҙән бер көндө Ғәлләметдиндең Ленаһы ҡапыл ғына өҙлөктө лә ҡуйҙы – тәғәйен генә ни ере ауыртҡанын да белмәй, бөтә тәне менән һыҙланды. Эшен ташламаны, эстән генә һыҙып йөрөнө лә йөрөнө. Бөтөнләй хәлһеҙләнеп, аяҡтан яҙа башлағас ҡына түшәккә ауҙы.
Ғәлләметдин дауаханаға илтергә тип, ҡатынын толопҡа төрөп, ат санаһына һалғанда, ҡатын башын күтәреп, оҙатырға сыҡҡан малайҙарына ҡараны ла:
– Бәхил булығыҙ, балалар. Тере килеш башҡа мин һеҙҙе күрә алмам инде, – тип, башын толоп эсенә тығып, өн сығармай ғына күҙ йәштәренә мансылды. Уның быуылып-быуылып ниңә илағанын балалары аңламаны – бәлиғ булып та өлгөрмәгән дүрт малай, ни әйтергә лә белмәй, аңшайып тороп ҡалды.
Дауаханала оҙаҡ ятманы Лена, аҙна-ун көн дә үтмәне, яман шеш сире, дүрт баланы етем ҡалдырып, уны гүр эйәһе итте.
Ана шул хәлдәрҙән һуң Ғәлләметдин Йәминә менән донъя көтә башланы. Малайҙарҙы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Уларға өҫтәп, Йәминәһе Ғәлләмигә ике ҡыҙ ҙа табып бирҙе. Улары ла буй етеп, үҙ аллы йәшәй хәҙер.
Былай, ығы-зығы ҡуптармай, һәүетемсә генә йәшәнеләр. Тик бынауы “перестройка”, “гласность”, “приватизация” тигәндәре әллә нишләтте лә ҡуйҙы донъяны. Башта “Ваучер” тигән ҡағыҙ киҫәге тоттороп, халыҡты ҙур өмөттәргә күмеп, ҡыуандырғайнылар. Бәй, нисек ҡыуанмайһың ул ҡағыҙ киҫәге бер “Волга” еңел автомобиле хаҡына тиң тип аңлаттылар ҙаһа?! Ләкин “ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған” хәлендә ҡалды халыҡ, хосусилаштырыу ҡағыҙын ни эшләтергә белмәй, берәүҙәре – кейем-һалымға, икенселәре – бер литр араҡыға, бәғзеләре он-шәкәргә алмаштырҙы. Сараһыҙҙан да, наҙанлыҡтан да булғандыр был хәл. Иң ауыр ваҡыттар ине бит ул саҡта, магазиндарҙа бер нәмә лә юҡ, аҡсаны ла һанға һуҡманылар – унан “ағас һум” тип көлдөләр. Бөтә ерҙә әйберләтә алыш-биреш – бартер хөкөм һөрҙө. Ә хосусилаштырыу ҡағыҙҙарын берәй ойошмаға, эре компанияларға тапшырып, дивиденттар алырға була, тип теүәл генә аңлатыусы булманы. Хәйер, файҙа алырлыҡ ваучер тапшырырлыҡ йүнле урын да булманы башта. Табыш килтерә торған ойошмалар ваучерҙарҙы ҡабул итеүҙе һуңғы көнгә тиклем һуҙҙы. Йылғыр бәндәләр ана шул хәлдән файҙаландылар ҙа инде. Улар, ауылдарға килеп, нимә етте шуға алмаштырып, ауыл халҡын тишек кәмәгә ултыртып, ваучерҙарҙы тоҡлап-тоҡлап йыйып алып киттеләр...
Бына шулай, яҡшыртабыҙ, имеш, тип, болғаныштар боламығына урап, демократия тип һүҙ бутҡаһына батырып, тәртип тигән нәмәне бәйҙән ысҡындырып, нисәмә тиҫтә йылдар буйына ҡоролған йәмғиәттең аҫтын – өҫкә, ярайһы ғына йәшәп ятҡан тормошто пыран-заран килтерҙеләр. Имеш, беҙ быға тиклем дөрөҫ йәшәмәгәнбеҙ. Дөрөҫ йәшәмәгәс, етмәгән ерҙәрен яйлап ҡына еренә еткерергә, үҙгәртергә ине, тота килеш һындырырға тимәгән бит?! Шул арҡала кешенең ғүмере буйына формалашҡан йәшәү рәүешен емерҙеләр, аңын томаланылар, фиғелен һындырҙылар. Ул көндән-көн нығыраҡ үҙ-үҙенә бикләнде, үҙен ярға бәргән балыҡ хәлендә хис итте.
Хатта ауыл да был хәлде ҡабул итә алманы, ул көндән-көн төңөлдө. Элек өйҙәр нисектер күкрәк киреп, түбәләрен күккә сөйөп ҡуҡырайып ултыра ине, ә хәҙер күптәре сүгә, ергә һеңә. Элекке кеүек тәҙрәләре ялтламай, ҡара һөрөм кеүек ҡараңғылыҡ ялмаған уларҙы. Ҡайһы берҙәренең кәртә-ҡуралары ишелгән, ҡапҡалары емерелгән, тәҙрәләренең быялалары ватылып, рамдары һәленеп төшкән, бәғзеләренең тәҙрә уйымдары ғына өңрәйеп тора, ҡыйыҡтарының һүтелгән ҡалай өлгөләре ел күтәрелгән һайын, тирә-яҡҡа шом һалып, шатыр-шотор килә. Ташландыҡ өйҙәр улар. Ауылды йәмһеҙләп, ҡурҡылыҡ булып һерәйешеп ултыралар. Берәм-һәрәм генә түгел, тиҫтәләп йыйыла яҡшы тормош эҙләп, хужалары ташлап киткән бындай өрәк-өйҙәр. Әүәл ауылдың ҡотон ебәреп ултырмай ине бындай йорттар урынында шундуҡ яңыһы ҡалҡып сыға торғайны. Ауылға йәм биреп ултырған, мәктәп тә, клуб та юҡ хәҙер, хатта магазин да хөкүмәттеке түгел, бер эшҡыуар ғына кетәк ҙурлығы итеп кенә һалып ҡуйған уны. Шулай яйлап үлә, ахыры, ауыл. Ә ул бит тормош тотҡаһы! Йәшәйештең башланмышы, рухиәт нигеҙе! Ә нигеҙһеҙ бар нәмә лә юҡҡа сыға был донъяла. Шуны онота башланы, буғай, үрҙә ултырған түрәләр... Ғөмүмән, нишләне һуң был донъя? Бер ҙә алға ыңғайламай, тик кирегә тәгәрәй һымаҡ. Хәлһеҙ Ғәлләметдиндең башында гелән шундай матәм уйҙар уйнаҡланы. Ә тәненән көс-ҡөҙрәте ҡасмаған әҙәм бәндәләре, ауырлыҡтар менән әлеге тормошҡа ярашып ҡәҙимгесә йәшәргә тырышып ятҡан була. Хәләл көс менән табырға тырыша малды бындайҙар, әммә әллә ни ырата алмай. Шунлыҡтан күпселек ябай халыҡ үҙгәртеп ҡороуҙар башланғандан бирле осто осҡа ялғап ҡына йәшәй. Өмөт йәшәтә уларҙы. Ғәлләметдин кеүек улар ҙа, ҡараңғылыҡ пәрҙәләрен йыртып, таң атыр, тип хыяллана. Ә кемдәрҙер, болғансыҡта “алтын балыҡ” ҡармап өлгөргәндәр, киреһенсә, күкрәк киреп, икенсе һулышы асылып, ирәйеп, ҡанаттарын йәйеп көтә донъяны. Уларҙың ҡояшы ҡалҡмай ҙа, байымай ҙа, гел генә ялтлап тора.
Йәминә барсаһын ауыҙына ҡаратып, барсаһына баш булып, ана шундай бай бисә булырға хыялланды. Баҡсаһындағы еләк-емеш, ҡыяр, кишер-мишер, һуғандарҙы элек услап-услап бушҡа таратһа, хәҙер һәр-береһен тиндәр, һумдарға ғына тамыҙҙы. Ул ғына етмәгән, урмандан йыйған бәшмәк-һәшмәк, ҡаҡы-маҡы, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ өсөн дә аҡса йоморҙо. Бына шулай башланы ул “эшҡыуарлығын”.
Ул, әлбиттә, текә олигархтар менән ярыша алмай. Әммә нәфсенең сиге буламы ни, ҡатын һәр саҡ яңы үрҙәргә ынтылды... Байығыу тигән оло хыял уның бөтә булмышын ялмағайны. Маҡсатына ирешер өсөн ҡорбан килтерергә лә әҙер ине.
Эшҡыуарлыҡҡа ғына түгел, үҙгәртеп ҡороу халыҡты дингә лә йөҙ борҙортто. Элек көлөп ҡараған муллаларға хөрмәт менән ҡарай, дингә табына башланы. Ҡәүем ағышына ҡушылып, Йәминә лә илаһҡа ылыҡты. Ҡартинәһе һеңдергән доғаларҙы иҫенә төшөрөп, ғәрәп телен транскрипциялап, урыҫ хәрефтәре (кириллица) менән яҙылған төрлө дини брошюлар уҡып, дини белемен “тәрәнәйтте, камиллаштырҙы”. Тора-бара дин тотоуы, дини ғилеме менән халыҡ араһында ла абруй ҡаҙана башланы. Кешеләр уны ҡөрьән аштарына саҡырып, сүрәләр уҡыттырып, хәйер-саҙаҡаларын йомдорҙо. Ә аҡсаға битараф булмаған Йәминәгә етә генә ҡалды. Ул, һис сирҡанмай, тиндәрҙе, һумдарҙы һәрмәп кенә торҙо. Улар күберәк тамһын өсөн, халыҡ араһында, “мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, ясинын да сығам”, “яңы тыуған бала-сағаға исем дә ҡушам” кеүегерәк һүҙҙәр йөрөттө. Диндарҙарға зар-интизар халыҡҡа етә ҡалды. Уны дини йолаларҙы башҡарырға тағы ла йышыраҡ саҡыра башланылар, хәйер-саҙаҡалар сыңлай торҙо... Ләкин тора-бара Йәминәне улар ҙа ҡәнәғәтләндермәй башланы.
Бер көн бесәндән ҡайтҡас Ғәлләметдине: “Арытты, ҡарсыҡ, Сәмғиәнән берәй сүлли сәмәй алып ҡайтһаңсы. Татып ҡарарға ине, бөтә арытҡанды бөтөрә, тиҙәр”, – тигән булып ах та-ух килгәс, бисәһе хәленә керҙе: төн тип тормай, йүнәлде Сәмғиәгә. Шешәһе менән һатып алды ла көмөшкәне, үҙе Сәмғиәнән “төндә тыуған” был нәмәнең серҙәрен һораштырҙы.
– Һай-һай, мәшәҡәте күп был эштең, әхирәт, әммә отошо ла мул эшләй белһәң, – тип киҫәтте Сәмғиә Йәминәне.
Йәминә тиҙ генә мейеһен эшкә екте, “Тәк, бер кило бойҙай – фәлән тәңкә, шәкәре-фәлән, ә көмөшкәһенең ярты литрын ун тәңкәнән генә алғанда ла... Табышы уйма... Мәктәптән үк математиканы шәп белгән Йәминәгә был шөғөлдөң һөҙөмтәһе күктән алтын яуған кеүек тойолдо.
Аҡ-ҡараны айырмай, Аллаһты онотоп, гонаһ-фәлән тип торманы, байығырға форсат аса тип, тотондо сәмәй ҡыуырға Йәминә. Көндөҙ апараһын бығырҙатты. Төнөн аппаратын тамсылатты. Утлы шыйыҡсаһын шешәләргә ҡойоуы була, сәрхүштәр килеп тә етә. Ҡайһыһы тиндәр һона, ҡайһыһы – һумдар, ит-һөт, бәрәңгеһенә лә алмаштырҙы. Хатта зиннәтле кейем-һалым, биҙәүес әйберҙәрен дә – барыһын да йомдо ҡатын. Байтаҡ аҡса тупланы был мутлыҡ менән Йәминә. Ләкин уны кейем-һалымға, ашарға әрәм-шәрәм итмәне. Өйҙәренең һәр яғынан тиерлек төкәтмә эшләтеп, уны дворецҡа әйләндерергә уйланы. Төкәтмәләрҙе төкөттөләр, әлбиттә, әммә бынан ғына ауыл өйө дворяндар һарайына әйләнмәне, киреһенсә, ҡотһоҙланды ғына. Һуңынан йылыта алмай хыялыйы сығып, Йәминә төкәтмәнең береһен генә ҡалдырып, ҡалғандарын томалаттырҙы.
Шулай итеп, нимә генә тиһәң дә, көмөшкәнән көмөштәр тамыуын дауам итте. Тик шуныһы: Ғәлләметдин башта көмөшкәне, ҡеүәтен белер өсөн ҡалаҡ менән генә уртлаһа, һуңынан Йәминәһенән йәшереп, стаканы менән һемерҙе. Ана шулай күнекте лә китте сәмәйгә. Нимәлер күтәреп-аҡтарыу түгел, бер аҙ көмөшкә уртламаһа, аяҡтарын да һөйрәп атлай алмай башланы. Эштең дә арлы-бирлеһенә генә яраны. Мәҫәлән, бәпкә ҡарауға, тауыҡ күкәйе йыйырға, көтөү ҡаршыларға...
Ә Йәминәгә Ғәлләметдиндең һаулығы бер тин дә түгел, уның башында тик байлыҡ туплау ғына. Бер рюмка ҡойоп бирә лә йомошон йомошлата.
Хәҙер бит, йәй булдымы, ауылдарға төрлө себеш-бәпкәләр килтереп тултыралар – тауыҡ-өйрәк, ҡаҙыныҡын да. Аҡсаһы булғас ни, Йәминәһе шуларҙы илле-алтмышы менән ала ла ҡала. Ә уларҙы тәрбиәләү, ашатыу Ғәлләметдин өҫтөндә. Ләкин ул “ялсының ҡолсоһо ун етенсе йылда үлгән” тип, Йәминәһенән эш хаҡы талап итте: төшкә тиклем бер сүлли көмөшкә, төштән һуң йәнә берҙе. Бисәһе тәүҙә бындай пролетар талапҡа ризалашмай, сәрелдеген сығарып Ғәлләметдинен әрләһә лә, файҙаһы теймәне. Ғәлләметдин, “рәсми рәүештә забастовка иғлан итмәй генә эш ташлап”, ауылдың сәрхүштәренә ҡуш булып драй һуҡтыра башлағас, түҙмәне – иренең шартына риза булды. “Ысынында ҡаҙ ҡарарлыҡ та рәте китеп бара инде мәхлүктең. Әммә ҡаҙҙар янында ҡурҡылыҡ булып ултырырға эшкинә, – тип уйланы Йәминә. – Ана бит уның “эш ташлап” йөрөгән мәлдәрендә биш бәпкәне төйлөгән типте, ул урынында ултырһа, ҡырағай ҡош-ҡорт яҡын килергә ҡурҡа. Улар ғынамы, эт-һәт, хатта кешеләр ҙә урап уҙа ине уны. Һуңғы осорҙа Йәминәһенең ағыуында “йөҙөп”, Ғәлләметдин ҡаҡ һөйәккә тороп ҡалды, йөҙө иһә торғаны менән урыҫтың “Кащей Бессмертныйына” әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡайыш эләктерерлек тә эсе ҡалманы бахырҙың. Салбар кейһә, төшөп торҙо. Төшмәһен тиһәң, умыртҡа һөйәгенә еткәнсе ҡайыш менән тарттырып ҡуйырға кәрәк. Шуның өсөн уға салбар кейҙереп этләмәнеләр. Эрзинкә билле трико эләктерҙе лә йөрөнө шуның менән. Өҫтөндә – көләпәрәле йәшел плащ – теге элек колхоз малын ҡараған көтөүселәргә эш кейеме итеп бирелә торған кейем. Шуға көпләнеп, көләпәрәһен дә бөркәнһә, бөтә фиғеле менән Кащейға оҡшап китә. Ҡаҙ бәпкәләре янына башҡа бер ниндәй ҙә өркәк кәрәкмәй. Ултыра шулай бәпкә ҡарап Ғәлләметдин. Үҙен ҡарарға ла онотмай, ҡарсығы шешәгә һалып ҡыҫтырып сығарған һаҫыҡ нәмәне йыш-йыш ҡына сығарып имеп ала ла, төнәп тә китә торған булды. Уның дуғарылып иҫһеҙ булып ятыуы була, етем инкубатор бәпкәләре уның ҡуйынына эркелә. Инәләре тип уйлайҙарҙыр инде. Нимә тиһәң дә, тере йән эйәһе, йылы килә үҙенән...
Аҡмаһа ла, ҡаҙҙарҙан да тамыҙҙы Йәминә. Тик баҙарҙан шул ҡаҙҙарҙы һатып ҡайтҡас, бәләгә тарыны. Ҡаҙ һатып йыйған аҡсаһын йәшерәм тип, элекке йәшергән урынға килһә, унда – бушлыҡ. Йыйған аҡсаларынан елдәр иҫкән, йыртыҡ һумы ла ҡалмаған. “Кемдер ҡайҙа йәшергәнен ҡарап тороп, һәптергән бөтә байлыҡты”, – тип уйланы Йәминә.