Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 18:17

Кибеткә барған инәй бәләгә тарыған...

-

Белорет ҡалаһында тыныс ҡына аҙыҡ-түлек кибетенән ҡайтып барған 70 йәшлек инәй бәләгә тарый. Уны урамда талайҙар - билдәһеҙ берәү ҡулынан ҡул сумкаһын тартып алып ҡаса. Эсендә инәйҙең янсығы һәм магазиндан һатып алған аҙыҡ-түлеге ятҡан була.
Ярай әле ул, юғалып ҡалмай, ә тиҙ генә полицияға мөрәжәғәт итә һала. Тәфтиш-тикшереү төркөмө шик аҫтындағы кешенең шәхесен тиҙ асыҡлай. 16 йәшлек кенә үҫмер булып сыға ул. Быға тиклем дә закон менән проблемалары булған егеттең.
Күп тә үтмәй хоҡуҡ һаҡсылары уны ҡулға ала, үҫмер үҙенең ҡылығын тулыһынса таный. Хәҙер егеткә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Йәш көйө тайғаҡ юлдан китеүе бик үкенесле, әлбиттә. Үҫеп быуыны нығынғас, бәлки, үткәндәрен уйлап, дөрөҫ юлға баҫыр тип ышанғы килә. Ә инде оло кешеләргә кибеткә сыҡҡанда күп суммала аҡса йөрөтмәҫкә, кеше күмәк йөрөгән юлдарҙы һайларға кәңәш ителә. Шулай уҡ ҡараңғыға ҡалмау ҙа хәйерле.

Фото fair.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: