Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 12:17

ЕР БИЛӘМӘҺЕ УРЫНЫНА АҠСА АЛЫРҒА МӨМКИН

.

Гульшат Кагарманова

Күп балалы, инвалид балалар тәрбиләгән ғаиләләргә бушлай ер урынына аҡса түләнәсәк. 2021 йылға был маҡсат өсөн 100 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма 400 ғаиләгә етәсәк. Уҙған йылда 50 миллион һум аҡса бүленеп, ул сумма 200 ғаиләгә йүнәлтелгән. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, ер биләмәһе урынына 250 мең аҡса алырға теләүселәр күп. Был аҡсаға эйә булыусылар уны йыл ярым дауамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн файҙалана ала.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: