Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 11:59

“БЫЛ ВАҠИҒАНЫ ОҘАҠ КӨТТӨК”

-

Баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында яңы магнит-резонанс томографының презентацияһы булған. Медицина учреждениеһының баш табибы Ринат Нагаев билдәләүенсә, уны оҙаҡ көткәндәр.
"Ҡоролма ҡиммәтле (65 миллион һумлыҡ) һәм махсус бүлмәләрҙең, унда эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәрҙең етди әҙерлеген талап итә. Был эштәрҙең һәммәһе лә әлеге ваҡытта уңышлы башҡарылған. Беҙ иһә барлыҡ сығымдарҙың урынлы булыуына инанабыҙ, сөнки дауахананың үҙ МРТ аппараты булыу һөҙөмтәле эш өсөн ҙур мөмкинлектәр аса", – тип белдерә баш табип.
Нур диагностикаһы бүлеге мөдире Гөлнара Садиҡова коллективты ҡоролма үҙенсәлектәре, кабинетҡа ингәндәге сикләүҙәр менән таныштырған.
МРТ кабинетының табип-рентгенологы Ренат Әхтәмовтың яңы магнит-резонанс томографының мөмкинлектәре тураһында тәфсирләп һөйләүе лә коллективта ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла, шуға бәйле иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
Фото: health.bashkortostan.ru
"Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: