Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 16:13

Башҡортостанда сауҙа селтәрҙәре изоляцияла ултырған пенсионерҙар өсөн «бәхетле сәғәттәр» ваҡытын үҙгәртте

-

Башҡортостанда сауҙа селтәрҙәре изоляцияла ултырған пенсионерҙар өсөн «бәхетле сәғәттәр» ваҡытын үҙгәртте. Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 65 йәштән өлкәндәр өсөн түбәндәге магазиндарҙа ташлама ҡаралған:
- «Магнит»: 10% ташлама (дүшәмбенән йомаға тиклем, магазин асылғандан алып көндөҙгө сәғәт 1-гә хәтлем);
- «Лента»: 10% ташлама (дүшәмбенән йомаға тиклем, иртәнге 8-ҙән 11-гә ҡәҙәр);
- «Пятерочка»: 5% ташлама – көн һайын, дүшәмбе – 10% (көндөҙгө сәғәт 1-гә хәтлем);
- «Ашан»: 7% ташлама (дүшәмбе-йома, иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем);
- «Байрам»: ташлама социаль карта буйынса бирелә (ташлама тураһында мәғлүмәт – магазин каталогында, тауарҙар «Акция» махсус шелфтокеры менән айырып күрһәтелгән);
- «Йәрминкә»: 3% ташлама (көн һайын иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәре өлкән быуынды яңы коронавирус инфекцияһы, шулай уҡ миҙгелле ОРВИ һәм грипп йоҡтороуҙан һаҡлау өсөн республика хөкүмәтенең башланғысын хуплап сыҡты.
Читайте нас: