Иң мөһиме:
социаль учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялауға ҡарап этап менән изоляция режимын бөтөрә башлайҙар. Улар ғәҙәти эш режимына күсә ала;
инфекция госпиталдәре итеп үҙгәртелгән дауаханаларға элекке эш форматына кире ҡайтырға мөмкин. Һүҙ БДМУ клиникаһы, Өфөнөң 10-сы ҡала клиник дауаханаһы һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы тураһында һүҙ бара;
Башҡортостанда республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы тамашасылар менән үткәрергә рөхсәт ителә. Асыҡ һауала - тамашасыларҙың 50%, залда иһә 30% ҡарарға мөмкин.
65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр элеккесә өйҙә ултырырға һәм билдәле сәғәттәрҙә генә тышҡа сығырға тейеш.
-14 °С
Болотло