Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 18 ғинуарҙан халыҡты коронавирус инфекцияһына ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башлана.
1200 дозанан торған тәүге вакцина партияһы республикаға былтыр, 4 декабрҙә, ҡайтарылғайны, 9 декабрҙә төбәктә Гамалея фәнни-тикшеренеү үҙәге етештергән ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак менән коронавирустан вакцинациялау башланғаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең самаһы вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм миллионға еткереләсәк. Прививка эшләткән кешеләр 7500 самаһы, тәү сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләүселәр хаҡында бара.
Әммә вакцинациялау кампанияһы киң йәйелдерелгәнгә тиклем үк уны һынап ҡараған һәм көсөнә инанған кешеләр бар. Баш ҡаланың 18-се клиник дауаханаһында иммунология лабораторияһында табип-лаборант булып эшләүсе Эльмира Ғимаҙрислам ҡыҙы Мөхәмәҙиева – шундайҙар иҫәбенән. Сирек быуатҡа яҡын табип булып эшләгән абруйлы белгестең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Белеүебеҙсә, был медицина учреждениеһы республикала тәүгеләрҙән булып йүнәлешен ковид-госпиталгә үҙгәртте, коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәш ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең иңенә оло яуаплылыҡ булып ятты.
Биоматериалдар менән эшләгән Эльмира Ғимаҙрислам ҡыҙы алғы сафта эшләгән кешеләрҙән. Коронавирус инфекцияһының ни тиклем ҡәһәрле, ауыр сир икәнлеген аңлап-белеп торғанға ла, мөмкинлек сығыу менән үҙен был сирҙән ҡурсалау юлын тапҡан: республикала тәүгеләрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
Әйтеүенсә, был хәл 24 сентябрҙә булған. Ул саҡта вакцинаға һынау осоро барғанын да онотмайыҡ, әммә Рәсәй вирусологтарының һәм вакцина эшләүсе белгестәрҙең ҡаҙаныштары донъяла юғары баһаланыуын белгәнгә күрә, Эльмира Мөхәмәҙиева ҡарарында бер минутҡа ла икеләнмәгән.
Эльмира Ғимаҙрислам ҡыҙы әйтеүенсә, ул беренсе прививканан һуң үҙен яҡшы тойған, октябрҙә икенсе этабын үткәргәндән һуң да ҡәҙимге тормош алып барыуын дауам иткән.
“Вакцина - коронавирус тигән бәләнән төп ҡотолоу юлы. Әйткәндәй, яҡындарым был ҡәһәрле сирҙе үткәрҙе, мин иһә ауырыманым. Һис шикһеҙ, был – вакцинаның эҙемтәһе. Ғөмүмән, ул - ошо тынғыһыҙ осорҙа һаҡланыу ғәмәле. Әлеге ваҡытта бығаса коронавирус менән сирләмәгән дуҫтарым, таныштарым киң ҡоласлы вакцинациялауҙың башланғанын көтә: улар ҙа мотлаҡ прививка яһатасаҡ”, – ти тәжрибәле табип.
Коронавирус пандемияһын еңеүҙең юлы бер, ул да булһа – кешеләрҙе вакцинациялау. Күмәк иммунитет барлыҡҡа килеү менән, кешелек тә күпкә еңелерәк һулаясаҡ, ҡәһәрле сир ҙә көсөн юғалтасаҡ.
Фото геройҙың шәхси архивынан.