Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 12:16

ҺАРЫҠ ЙӨНӨН ҺОРАЙҘАР

.

Венер Исхаков

Башҡортостан бер нисә йыл рәттән Һиндостанға экспортҡа һарыҡ йөнө оҙата. Былтыр бер нисә предприятие Һиндостанға, Болгарияға был юҫыҡта тағы контракт төҙөнө, әле йәнә һөйләшеүҙәр алып барыла. Был Рәсәй президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған "Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт" милли проектында ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булды. Йөн ҙур йөк машиналары менән Новороссийск портына алып барыла, һуңынан диңгеҙ аша Һиндостанға оҙатыла.
Читайте нас: