“Ҡар бөртөктәре” һәм “Көрт” командалары һәр станцияла яңы йыл тематикаһы буйынса һорауҙарға яуап эҙләне. Мәҫәлән, төрлө илдәрҙә Яңы йыл ашамлыҡтары, ҡышҡы урманда йәнлектәр эҙҙәрен таныу, Ҡыш бабайҙың Ҡарһылыуын төрлө илдәрҙә нисек атайҙар һәм башҡалар.
Карта буйынса маршрутты уңышлы үтеп, командалар яңы йыл хазинаһын эҙләне. Һөҙөмтәлә “Ҡар бөртөктәре” ҡупшы шыршыҡай аҫтынан бүләк-- торт табып алды. Тәмле торт уйында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла етте.