Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 16:42

Республикала 2021 йылда төҙөлөргә тейешле спорт объекттары билдәле булды

-

Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә 12 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй. Ошо күрһәткес буйынса республика Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, 2021 йылға ете спорт объектын төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла.
Атап әйткәндә, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында – бассейн, Шаранда – физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Өфөнөң Киров районында – гимнастика буйынса спорт мәктәбе, Башҡортостандың баш ҡалаһында – ябыҡ футбол манежы, Өфөнөң Октябрь районында – халыҡ-ара Көрәш һарайы, Борайҙа – физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү һәм Күмертау ҡалаһында «Шахтер» стадионына реконструкциялау.
Читайте нас: