Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 16:40

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Башҡортостан журналистары тәбрикләнде

Тантанала төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары уҙғарған ижади бәйгеләргә йомғаҡ яһалды. //

Башҡорт телен, сәләмәт тормошто пропагандалаған, наркомания, террорға, коррупцияға ҡаршылыҡ белдергән, сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән иң яҡшы проекттар, материалдар билдәләнде.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәр конкурста еңеүселәр исемлегендә булды. Шулай уҡ журналист һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғролоҡ һаҡлаған хеҙмәттәштәребеҙгә Рәсәй журналистар союзының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Декабрҙә Башҡортостан журналистар союзының 22-cе съезы үтте, сара барышында ойошманың яңы етәксеһе, составы билдәләнде.
Быйыл йәш кадрҙар менән эшләү, ветерандарға иғтибарҙы арттырыу бурысы ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: