Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2021, 16:49

Аҙна аҙағында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл йылытыуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә

-

Йома, 15 ғинуарҙа, Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл йылытыуы көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ике көндән һуң арктик һалҡын сигенә башлай. Уға алмашҡа юғары һауа температураһы һәм яуым-төшөм килә.
Термометр бағанаһы төндә -7,-9 градус күрһәтһә, көндөҙ температура -3 градусҡаса күтәрелә. Ғинуарҙың тәүге эш аҙнаһында иң йылы көн — 16 ғинуар.
Белгестәр ял көндәрендә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуын фаразлай.
Читайте нас: