Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 12:28

Йыл башынан ғына юл инспекторҙары балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөткән меңгә яҡын водителде туҡтатҡан

-

Уларға 3 мең һум күләмендә штраф һалынған. Юридик һәм вазифа биләгән шәхестәргә административ яуаплылыҡ тағы ла ҡатыраҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, машинала ете йәшкә тиклем балалар мотлаҡ рәүештә махсус креслола ултырырға тейеш, был талап алғы пассажир урынындағы 11 йәшкәсә малай-ҡыҙҙарға ла ҡағыла.
«Иғтибар, балалар» акцияһы сиктәрендә республика юлдарында патруль дауам итә, иҫкәртеү саралары, тәү сиратта, кескәйҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Автор: Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: