Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, тәү сиратта яңы юл билдәләре ҡуйыла.
«Үҙем өсөн өс нөктә билдәләнем. Улар - Вәлиди урамынан Салауат Юлаев проспектына - иҫке һәм яңы күперҙәргә төшөү урындары, Өфө яғына «Мәктәп» туҡталышы тирәһендә. Тәүге ике участкала «һыҙаттар буйынса хәрәкәт» билдәләрен ҡуйырбыҙ. Был хәрәкәт итеүҙең көсөргәнешлеген бер аҙ кәметергә мөмкинлек бирер», — тип яҙҙы Назаров.
Икенсе сара - «Мәктәп» туҡталышын күсереү, Дим яғынан аэропорт йүнәлешендә машиналарҙың күп булыуы сәбәпле коллапс күҙәтелә.
«Республика Башлығы юл үткәргесен төҙөкләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Күперҙе әлеге кеүек һыҙаттар буйынса түгел, ә тотошлай ремонтлаһаҡ, был мөмкин булыр. Бының өсөн уны тулыһынса ябырға тура килер. Шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе көндәрендә һынау режимында күперҙә хәрәкәтте ябырға хәл иттек», — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры, ләкин ниндәй күпер менән һынау үткәреүҙәрен аныҡланманы.