Шаршамбы, 13 ғинуарҙа, ил Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Бөгөн баҫма, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт сараларының бөтә мөхәррирҙәре, журналистары һәм фотографтары ҡотлауҙар ҡабул итә.
Башҡортостанда хәҙерге көндә көн һайын республика тормошон яҡтыртҡан бер нисә тиҫтә редакция бар. Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен төрлө грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләү ҡабул ителгән.