Гүзәл ҒӘЗИЗОВА
Тоғро йөрәк
Тирә-яҡ йәшелеккә күмелгән. Ҡоштар һайрай, ҡайҙалыр тартай тартылдай, бытбылдыҡ бытбылдай, себендәр безелдәшә, гөлдән гөлгә күбәләктәр оса, тирәяғы нескә талдарға, зифа ҡамыштарға төрөнгән зәңгәр күлдә ҡыр өйрәктәре быжҡылдай. Ошоларҙың барыһына ла иҫе китмәй генә, сәскә-үләндәрҙе йыра-йыра, ҡарт аҡ бесәй сабыйҙарын эйәртеп сысҡан ауларға китеп бара. Ул хужаларының нисек итеп үҙен бәләкәстәре менән ҡуша тоҡҡа һалып алып килеп ташлауҙарын уйлай-уйлай атлауын дауам итә. Ә сабыйҙары, әйтерһең бер ни булма -ған, шаяралар, аунашып китәләр. Әсә әкрен генә башын бороп, шелтәләгән кеүек итеп бер мыраулай ҙа, тағы атлай. Бына ул бер һомғол ҡайын төбөнә килеп туҡтаны һәм балаларын ҡосағына алып ятты: йоҡлаһындар, ял итһендәр. Аслыҡ та үҙен һиҙҙерә: уға нисек
тә балаларын туйҙырырға кәрәк. Үҙ йүндәрен үҙҙәре күрергә бәләкәйҙәр шул әле. Нисек кенә булһа ла, аҡ бесәй, бәлки, хужам килеп алыр тигән өмөт менән йәшәне. Һәм уны барыбер генә һорау борсоно: “Ни өсөн уларҙы бында алып килеп ташланылар икән?” Ҡарт бесәй тағы аҡланға сыҡты. Сабыйҙары шая ра, эх, ниндәй матур уның бәләкәстәре, ҡарап туйғыһыҙ! Ул бер килке тере йомғаҡтарына һоҡланып ҡарап торҙо.
Шул саҡ аҡланда кемдәрҙеңдер һөй ләш кәнен ишетеп, бәлки, хужам килеп табаалмай йөрөйҙөр, тип шул яҡҡа ыңғайланы. Өс-дүрт кеше еләк йыя. Берәүһе үләндәр ҡыбырлаған яҡҡа ҡарап ҡысҡырып ебәрҙе:
- Абау, ҡарағыҙ әле, бесәй… балалары менән! Ул йүгереп барып бесәйҙе ҡулына алды ла һыйпап кире ергә төшөрҙө, бер-бер артлы балаларын иркәләргә тотондо. Эй-й, уның ҡырағайҙары, ыҫылдаған булалар бит әле. Белмәй ҙәр шул улар кеше иркәләүен. Бесәй кешеләрҙең аяғы аҫтында мырылдап йөрөй башланы. Ә бит уның хужалары иркәләү түгел, янынан яңылыш тейеп үтеп китһәң дә тибеп йә ҡарғап уҙыр ине. Шул саҡ ке -шеләр ҡайҙалыр йыйына башланы. Бесәй ҡыуанып китте, үҙенең эскерһеҙ, бер ҡатлы уйҙары менән “алып ҡайталар” тип уйланы. Юҡ! Алданды ҡарт бесәй. Сабыйҙарын машинаға индереп ултырттылар, ә
ул… ҡал ды. Сабыйҙары уны эҙләп үҙәк өҙгөс итеп мыяулаша башланы. Әсә күңе ле түҙмәне, машинаның алдына һикереп менде, бәләкәстәрен иркәләргә, ялап йыуатырға теләне, әммә уның ҡытыршы телдәре йомшаҡ сабыйҙарына түгел, шыма, ҡаты быялаға ғына тейҙе. Бына машина ҡуҙғалды, ҡарт бесәй йығылып төштө һәм машина уның ярты биленән тапап уҙҙы. Ул хатта ҡысҡырырға ла өлгөрмәне. Инә бесәй күҙ -ҙәрен зәңгәр күккә төбәп тынып ҡалды, уйҙары буталды. Күк йөҙө уның өҫтөнә ауып килгән кеүек булып, ҡып-ҡыҙыл төҫкә инде, тыныҡыҫылды. Ул ҡапыл тертләп торорға итте, әйтерһең, уны сабыйҙары эҙләй,әйтерһең, уларҙың ашағыһы килгән, әйтерһең, улар эргәһендә шаяра… Юҡ, юҡ!.. Уның кескәйҙәрен алып киттеләр. Нисә тапҡыр телгеләнеләр уның йөрәген? Нисә тапҡыр күҙ алдында сабыйҙарын юҡ итте ләр? Тере килеш һыуға һалыуҙары, тупраҡҡа күмеүҙәре, көнө буйына мыяулап, ашарға һорап, һалҡын келәттә бикле ятҡан сабыйы… әле лә хәтерендә… Түҙҙе әсә йөрәге, түҙҙе. Шуға ҡарамаҫтан, нисек тоғро хеҙмәт итте ул хужаларына. Ә бөгөн килеп… Бына, инде һуң ғы ҡыуанысы булған сабыйҙары тағы юҡ! Ниндәй матур, ниндәй йомшаҡ ине уның бәләкәстәре. Был юлы, үҙенең ҡартайыуын да иҫкә алып, хужалары уны балалары менән бергә ошо ергә алып килеп ташлап китте. Хужаларының рәхмәте ошомо икән ни?.. Йәнә бер тапҡыр күҙен асып күккә төбәне лә аҡ бесәй, тынып ҡалды… Йәне йәннәткә ос то… Ҡояшты болот ҡапланы, сәскәләр башын эйҙе, ҡоштар, бөжәктәр тынып ҡалды. Күк йө -ҙөн телеп йәшен йәшнәп ебәрҙе. Бер гонаһһыҙ ҡарт аҡ бесәй шулай яҡты донъя менән хушлашты.