Февралдә тағы ла оҙон ялдар көтөлә. Был хаҡта Роструд хәбәр итә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бер-бер артлы өс көн ял итәсәкбеҙ. Ә байрамға тиклем оҙон эш аҙнаһы көтөлә, йәғни шәмбелә, 20 февралдә, эшләйәсәкбеҙ. 21,22,23 февралдә ял иткәндән һуң, Рәсәйҙә ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә.