Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов “Бәйләнештә” төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә Яңы йыл байрамдарынан һуң тәүге эш көнөндә Бүребай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ә Аҡъярҙа 3-сө мәктәп төҙөлөшө барышын ҡарауҙары тураһында хәбәр итә.
“Кисә Бүребай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ә Аҡъярҙа 3-сө мәктәп төҙөлөшө барышын ҡараныҡ. Ҡышҡы һалҡындар булыуға ҡарамаҫтан, төҙөүселәр хәйбуллаларҙың йәшәйеш сифатын яҡшыртыу өсөн барлыҡ белемен һәм тәжрибәһен һалып эшләй”,--тип яҙа үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.