Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлек тарафынан РФ Енәйәт Кодексының 314.1-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, енәйәт ҡылыуҙа шик тыуҙырған түбәндәге граждандарҙы эҙләү иғлан ителгән. Уларҙы күреп-таныусылар булһа, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратыуығыҙ һорала: 89270820695 А.Т. Иҫәнғолов, 8 (34751) 2-16-54 йәки “102” – дежур хеҙмәте.
Ғәлиәкбәров Әхәт Әҡсән улы, 03.04.1982 йылда тыуған, Баймаҡ районы, Аҡморон ауылында йәшәгән. Быға ҡәҙәр ҡылған ауыр енәйәт өсөн ултырып сыҡҡан.