Яңылыҡтар
12 Января 2021, 08:34

Бөрө билмәндәре иң тәмлеһе

Радий Хәбиров бөрө билмәндәрен ашарға кәңәш итте //

Башҡортостан хөкүмәтендә быйылғы йылдың беренсе кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә рәхмәт белдерҙе. Ошоноң менән бәйле бер нисә көн элек Бөрө районына эш сәфәрен хәтергә алып, унда билмән фестивале үтеүен билдәләне.
Республика башлығы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең төп проблемаһы тураһында әйтте. Республиканың төнъяҡ райондарында иткә хаҡ “тешләшә” икән. “Бөрө билмәндәре бик тәмле. Ә Баймаҡта фермерҙар итте ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Бында логик эҙмә-элеклелек булдырырға кәрәк”,--тине Р.Хәбиров.
Сығанаҡ -- БСТ
Читайте нас