Яңылыҡтар
11 Января 2021, 07:51

Поликлиниканың баш табибы вафат

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ауыр яңылыҡ тураһында хәбәр итә. Бик яҡшы кеше, Өфөнөң 48-се поликлиникаһы баш табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Наил Нәсибуллин вафат. Уға 60 йәш булған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ауыр яңылыҡ тураһында хәбәр итә. Бик яҡшы кеше, Өфөнөң 48-се поликлиникаһы баш табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы Наил Нәсибуллин вафат. Уға 60 йәш булған.
Ул үҙенең медицина системаһындағы карьераһын Әбйәлил районының Аһылай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры булып башлай. Аҙаҡ Башҡортостан дәүләт медицина университетында кафедра лаборанты, Өфөнөң төрлө медицина учреждениеларында табип булып эшләй. Баш ҡаланың 3-сө поликлиникаһының, 3-сө республика клиник дауаханаһының баш табибы була.
2000 йылдан алып Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Һаулыҡ һаҡлау һәм фармация идаралығы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ә 2005 йылдан 48-се поликлиниканың баш табибы вазифаһына тәғәйенләнә.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнә, 2013 йылда илдең һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигән маҡтаулы исем бирелә.
Наил Хашим улын хеҙмәттәштәре бик хөрмәт иткән, ул үҙ эшенең ысын профессионалы, ышаныслы дуҫ, аҡыллы остаз булған.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас