Ивановка ауылында “Ҡышҡы туп” турниры үтте.
Эйе, эйе, ҡыш та футбол уйнайҙар. Турнирҙа “Студенттар”, “Йәштәр”, “Эшсе йәштәр”, “Ветерандар” командалары көс һынашты.
Һөҙөмтәлә, беренсе урынды “Ветерандар” яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарға “Эше йәштәр” һәм “Студенттар” сыҡты. “Йәштәр” командаһы дүртенсе урынды алды. Барлыҡ спортсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҡышҡы һыуыҡта футболистарҙы эҫе самауыр сәйе йылытты. Шулай ҙа иң төп һөҙөмтә: яҡшы кәйеф һәм спортҡа һөйөү.