Яңылыҡтар
9 Января 2021, 19:18

Ғәлиәхмәт мәктәбендә ғаилә спорт уйындары ойошторолдо

"Күңелле старттар" форматында үткән ярыштар бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. //

Башҡортостан республикаһында иғлан ителгән Сәләмәт тормош йылын асыу уңайынан Ғәлиәхмәт мәктәбендә ғаилә спорт уйындары ойошторолдо.
"Күңелле старттар" форматында үткән ярыштар бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.

Уйындарҙан һуң, алдан әйтелгәнсә, "Һаҡмар" республика балалар һәм ата-әсәләр санаторийына ике кешелек (әсә һәм бала) өс юлламалар уйнатылды. Юлламаларҙы санаторийҙың баш табибы, Хәйбулла районы Советы депутаты Рәхмәтуллин Тәлғәт Рәфҡәт улы биргән ине.

Лотерея итеп уйнатылған юлламалар Яратҡолова Фатима апайға, Дәүләтбирҙина Сәлиә һәм Бикбова Гөлнәзирәнең бәхеттәренә эләкте. Ҡотлайбыҙ!

"Һаҡмар" санаторийы директоры, 1-се округтан Хәйбулла районы Советы депутаты Рәхмәтуллин Тәлғәт Рәфҡәт улына ҙур рәхмәт һүҙе еткерәбеҙ!

Шулай уҡ бөгөнгө сараны ойошторған барыһына ла һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
Читайте нас