Документ авторҙары фекеренсә, бындай закон юлдарҙа иҫерек водителдәр арҡаһында булған үлем осраҡтарына бәйле хәл-торошто үҙгәртә аласаҡ. Иҫерек водитель ауыр эҙемтәләргә килтергән аварияла ғәйепле булһа, йәки икенсе тапҡыр иҫерек килеш руль артына ултырып, эләкһә, машинаһын тартып алырға тәҡдим ителә.