Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә балалар һәм үҫмерҙәр араһында хоккей турниры уҙғарылды. Бәйгелә Аҡъяр, Бүребай, Садовый, Йәнтеш, Һамар, Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол командалары көс һынашты.
Йәш спортсыларҙы ҡеүәтләргә, изге теләктәрен еткерергә Артур Шәйхетдин улының ҡатыны, билдәле яҙыусы, драматург Сәрүәр Рәшит ҡыҙы һәм улы Урал килде. Урал Артур улы ауылдаштарына - йэш хоккейсылырға формалар, клюшка, шайбалар һәм һәр командаға тюбингтар бүләк итте. Балаларҙың ҡыҙыу уйынын ауыл халҡы күҙәтеп, дәртләндереп торҙо, ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҡайнар сәй, тәм-том менән һыйланы.
Йәштәр командалары араһында тәүге урынды Аҡъяр командаһы алһа, уҡыусылар араһында еңеүҙе бүребайҙар яуланы.
Еңеүселәргә кубок, миҙалдар, бүләктәрҙе Сәрүәр һәм Урал Суриндар матур теләктәр менән ихлас күңелдән тапшырҙылар. Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов киләһе йылда ла турнирҙа йәш хоккейсыларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.