Байрам 8 ғинуарҙа, шағирҙың тыуған яғы Тәтешле районында башлана. Был көндө Ғәли Соҡоройҙоң Иҫке Ҡорос ауылындағы йорт-музейында шәхес иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ, ҮргеТәтешле ауылы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның тормош юлы һәм ижадына арналған күргәҙмә асыла. Шулай уҡ ошо уҡ көндө Үрге Тәтешле рйон мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда «Әсән хан вариҫтары» тип исемләнгән концерт тәҡдим ителә.
Программала табын ырыуы тарихына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Концерт хедлайнерҙары булып «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм Зәйнетдин шоу-проекты сығыш яһай.