Яңылыҡтар
6 Января 2021, 20:38

Була бит шундай кешеләр!

Билдәһеҙ бағыусы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. //

Яңы йыл алдынан Мостафиндар ғаиләһе көтөлмәгән шатлыҡ кисергән.
Билдәһеҙ бағымсы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Була бит шундай кешеләр!
Әмирәнең сәләмәт булып үҫеүе өсөн дарыу бик ҡиммәт, 160 миллион һум тора. Хәҙер Мостафиндарҙың Германияға сабыйға тикшертергә барыу өсөн мөмкинлеге бар. Ғаилә мәрхәмәтлек күрһәткән кешенең исемен әйтмәй.
Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Кескәй Әмирәгә һаулыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас